Күптән түгел «Эшлекле династия» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә танылған журналист, яҙыусы Рәсүл Сәғитовтың «донъя йәме» исемле өсөнсө китабы донъя күрҙе.

Йыйынтыҡҡа авторҙың өлкәндәр һәм үҫмерҙәр өсөн һуңғы осорҙа яҙылған әҫәрҙәре ингән. Китаптың бер өлөшөн автор айырыуса ихлас шөғөлләнгән жанр – хикмәтле хикәйәләр биләй. Улар үҙенсәлекле тел менән бөгөнгө тормошто һүрәтләй.